“ПараТур” слетын Бөтә Рәсәй мөмкинлектәре сикләнгәндәр йәмғиәтенең Бөрйән районындағы ойошмаһы бойомға ашырған.
Башҡортостандың төрлө район-ҡалаларынан йыйылған ике йөҙҙән ашыу ҡатнашыусы егерме ике командаға бүленеп дүрт спорт төрө буйынса көс һынашты: һыу арауығын үтеү, йәйәүле туризм, коляскаларҙа велотуризм һәм ориентирлыҡ.
Быларҙан тыш, слетта ҡатнашыусылар өсөн Ағиҙел буйлап кәмәләрҙә ағыу ойошторолдо.
Фестивалдә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре тулыһынса үтәлде.