+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2020, 14:28

Һыуҙа батыусылар арта...

Ҡорбандар араһында балаларҙың булыуы аяныс.

Үткән аҙнала Башҡортостанда 35 кеше һыу ҡорбаны булған, уларҙың араһында ике бала ла бар.
Һыу ингәндә бәхетһеҙ осраҡтарҙың артыуы сәбәпле, муниципалитеттар, Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйына Дәүләт комитеты, эске эштәр органдары тарафынан профилактика маҡсаты менән һыу объекттарында 3 230 рейд ойошторолған, был сараларға 15 мең кеше йәлеп ителгән, уларҙың араһында 3 500 ирекмән бар.
Аҙна дауамында эшләнгән был эш 68 кешене батыуҙан ҡотҡарған.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: