+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2020, 16:06

“Әсәй, ә Башҡортостанда бөтәһе нисә автобус бар?”

Кескәй белермәндең был һорауына нисек яуап бирергә белмәһәгеҙ, һылтанма аша үтегеҙ:

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров сираттағы “Транспорт сәғәте” үткәрҙе. Кәңәшмәлә был өлкәләге көнүҙәк һорауҙар ҡаралды.
Транспорт һәм юл хужалығы буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе Алан Марзаев бөгөн республикала йәмғеһе 1 048 маршрут, 84 ташыусы булыуын, төбәктәге автобус паркында 9 771 тимер ат йөрөүен, шуларҙың 1 879-һе “Башавтотранс” транспортары икәнен еткерҙе.
“Республика автопаркын яңыртыр өсөн төрлө кластағы 583 автобус алдыҡ, уларҙың барыһында ла “Алға” картаһы менән түләү мөмкинлеге ҡаралған”, – тине ул.
“Алға” тигәндәй, кәңәшмәлә был карта менән ҡулланыу уңайлылыҡтары хаҡында ла һүҙ барҙы.
“Алға” картаһын ҡулланғанда ниндәй проблемалар тыуғаны хаҡында дөйөм хәбәрҙар булырға тейешбеҙ, – тине үҙ сиратында төбәк етәксеһе Радий Хәбиров, – уның пассажирҙарға нимәһе менән уңайлы булыуын, артабанғы үҫеш юлын күҙаллар кәрәк”.
“Транспорт сәғәте”ндә ҡатнашыусылар был транспорт картаһын нисек итеп киң ҡулланылышҡа индереү хаҡында ла һөйләштеләр.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: