+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Июль 2020, 15:17

Билдәләр ҙә һөйләшә белә...

Улар ниндәй ҡыҙыҡлы урынға алып бара икән?

Һуңғы йылдарҙа, бигерәк тә быйыл, эпидемия арҡаһында сиктәр ябылыу сәбәпле, эске туризмға иғтибар артты. Был йүнәлештә үҫештең мөһимлеген Рәсәй Президенты Владимир Путин да һыҙыҡ өҫтөнә алды:
“Эске туризмдың үҫеш юлын формалаштырыу, был юҫыҡта беҙҙең мөмкинлектәрҙе күҙаллау мөһим”.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса республиканың туризм буйынса Дәүләт комитеты тарафынан төрлө иҫтәлекле урындарҙың билдәләрен һәм күрһәткестәрен урынлаштырыу бара. Кешеләр уларға ҡарап төбәктең хозур тәбиғәт урындарына, тәбиғәт ҡомартҡыларына, музейҙарға һәм һәйкәлдәргә дөрөҫ юл таба ала.
Сентябрь аҙағына тиклем 1500 билдәне урынлаштырыу планлаштырылған. Бөгөнгө көндә Өфөлә һәм Бөрөлә әүҙем ҡуйыла барған билдәләр, ваҡыт үтеү менән, Башҡортостандың бар төбәктәрендә лә буласаҡ.
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: