Әммә 0,51 гектар ерҙә “ҡыҙыл әтәс” тыйылмаған әле. Ир-егеттәр төрлө төбәктәрҙән йыйылған, ҡул ярҙамы килеүе дауам итә. Баймаҡ, Бөрйән, Дәүләкән райондары, Өфө, Сибай, Стәрлетамаҡ, Магнитогорск ҡалаларынан волонтерҙар ҡушылған. Урындан хәбәр итеүҙәренсә, әлегә хәл-торош контролдә тотола.