“Кем айырыуса ярҙамға мохтаж – аҙыҡ-түлек шуларға таратыласаҡ. “Хәстәрлек карта”һына Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм ғәриптәре лә, аҙ милекле ғаиләләр ҙә, яңғыҙ пенсионерҙар ҙа, уҡып йөрөгән етем балалар ҙа, даими йәшәү урыны булмағандар ҙа, эшһеҙлек ҡорбандары ла, һәм башҡалар ингән”, – ти “Берҙәм Рәсәй”ҙең төбәктәге башҡарма комитеты етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров.