+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:09

Бында кескәй дуҫтарыбыҙ өсөн музыка мәктәбе лә эшләйәсәк

Илеш районы Ябалаҡ ауылында яңы клуб төҙөйҙәр.

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Илеш районы Ябалаҡ ауылында яңы клуб төҙөлә. Унда 300 урынлыҡ тамаша залы, китапхана, балалар өсөн музыка мәктәбе эшләйәсәк.
“Строймонтаж” төҙөлөш ойошмаһы объектты быйылғы йылдың ноябрендә тапшырырға вәғәҙәләй.
Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин да яңы клубтың тәғәйенләнгән ваҡытҡа төҙөлөп бөтөрөнә ышана. “Бының өсөн бар шарттар ҙа булдырылған”, – ти ул.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты #нацпроекты
#региональныепроекты #регпроекты #нацпроектыБашкортостан
Айгөл ЙӘМИЛЕВА.
Читайте нас: