+14 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Июль 2020, 12:05
Балалар ижады
Еләктәр бештеҺалҡын аҡ ҡыштыКүптән оноттоҡ .Ҡар һыуҙарын даАлыҫ оҙаттыҡ . Биттәрҙе һөйөп ,Йомшаҡ ел иҫте.Күктәр күкрәгәс,Еләктәр беште. Тауға менәбеҙ,Еләк йыябыҙ.Йыйған еләктәнҠаҡтар ҡоябыҙ.Гөлдәр ӘХМӘҘИНУРОВА.
Й
ә
мле й
ә
й
Йәмле йәй етте,
Көндәр йылытты.
Ҡояш ҡыҙҙыра,
Тынды ҡыуыра.
Йөҙөп йылғала,
Йәйеп ҡоласты,
Ниндәй һуң рәхәт
Гиҙеп Сарсты.
Урман-ҡырҙарҙа
Еләк йыябыҙ.
Йәйҙең бар йәмен
Шунда тоябыҙ.
Дилназ
ҒАЙСИНА
.
Ҡояш апай
Иртүк тороп Ҡояш апай
Офоҡ ситтәрен нурлай.
Арымай ҙа, һис тик тормай,
Бөтә Йыһанды урай.
Киң күңелле Ҡояш апай
Һәр кемгә тигеҙ ҡарай.
Ә кисен уны офоҡта —
Тәмле төштәр менән бергә,
Көтә ҙур Болот-һарай!
Әтәс
Батыр йөрәк, ҡупым әтәс,
Ҡыҙыл тараҡ, мәрйен сәс,
Күлдәгең ниндәй затлы,
Алһыу һаҡалың ҡатлы!
Таң алдынан уянып
Ярһып ҡанат ҡағаһың ,
Өй алдарын йәмләндереп,
Ауылға моң һалаһың .
Тауыҡтарыңды таратмай,
Себештәрҙе һанайһың.
«Батша»лай, ситән башынан,
Төйлөгәнде ҡарайһың!
Зарина НАСРЕТДИНОВА.
Асҡын районы Сураш ауылы мәктәбе уҡыусылары.
Читайте нас: