Был эҫелә һәр кем йылғаға ашыға. Һыуға төшөр алдынан ябай ғына, әммә ғүмер өсөн мөһим ҡағиҙәләрҙе иҫтә тотһағыҙсы:
Һыу төшөр өсөн махсус тәғәйенләнгән пляждарҙы ғына һайлағыҙ; Таныш булмаған һәм тыйылған урындарҙа һыу инмәгеҙ; Айыҡ булмаған килеш йәки бер үҙегеҙ генә һыуға төшмәгеҙ, ярҙан алыҫ китмәгеҙ, йылғаны йәки башҡа һыу ятҡылығын йөҙөп сығырға алҡынмағыҙ; Балаларҙы яңғыҙҙарын һыу буйына ебәрмәгеҙ; Яр буйында ял иткәндә уларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ. Күпселек батыу осраҡтары кешеләрҙең иҫерек килеш һыуға төшөүе арҡаһында. Балаларығыҙҙы, яҡындарығыҙҙы уйлағыҙ!