+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 11:30

Республикала эҫе һауа торошо

Фонтандар тәү сиратта һауаны дымландырыу һәм матурлыҡ өсөн урынлаштырыла.

Республикала эҫе һауа торошо 17 июлгә тиклем һаҡлана. Синоптиктар мәғлүмәте буйынса, төньяҡтан һалҡын фронт үтеүе көтөлә. Алдағы көндәрҙә айырым райондарҙа йәшенле ҡойма ямғырҙар, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы яуым-төшөм үтәсәге күҙаллана. Ә бына көньяҡ райондарҙа эҫе көндәр һаҡланыр тип көтөлә. Йәйге селләлә баш ҡала фонтандарында күпләп һыу инеүселәр артҡан. Аномаль һауа торошо ҡайһы бер ойошмаларҙа эшләүселәрҙең эш режимына ла үҙгәрештәр индергән.
Фонтандар тәү сиратта һауаны дымландырыу һәм матурлыҡ өсөн урынлаштырыла. Унда һыу инеүҙән эсәк һәм респираторлы инфеция, конъюктивит, атит кеүек сирҙәрҙе йоҡороп алыу ихтималлығы юғары, ти табиптар. Бынан тыш, эҫе көндә артыҡ сығып йөрөмәҫкә, тышта туңдырма, һалҡын һыу эсмәҫкә һәм сәғәт дүрттән һуң һыу инергә кәңәш ителә.
Читайте нас: