+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 11:55

Мәктәптәргә - автобустар

Мәктәп автобустары һатып алыуҙы дауам итәбеҙ, тип яҙа үҙенең сәхифәһендә илебеҙ етәксеһе. Ошо көндәрҙә Әбйәлил, Бәләбәй, Йәрмәкәй, Учалы райондары мәктәптәренә 6 автобус тапшырылды.

Автобустарҙың барыһында ла ГЛОНАСС/GPS спутник навигациялары тора. Йылытыу системаһы ла көслө. Былар барыһы ла ҡыш көнө уҡыусыларға һыуыҡ булмаһын өсөн эшләнгән.
Сентябрь айына, уҡыу йылы башланыуға, тағы ла 38 автобус алырға уйлайбыҙ. 2020 йыл аҙағына мәктәптәргә яҡшы йыһазландырылған 44 автобус алынып бөтәсәк. Балаларҙы боҙоҡ автобус менән йөрөтөргә ярамай, беҙ уларҙың хәүефһеҙлеге өсөн тырышабыҙ. Әлеге көндә Башҡортостанда 1442 автобус иҫәпләнә, шуларҙың 42-һен алыштырырға кәрәк.
Балаларҙың хәүефһеҙлеген булдырыу, республикабыҙҙың иң төпкөл ауылдарында ла мәктәптә белем алыуҙы яҡшы итеп ойоштороу, атай-әсәйҙәрҙең балаһы өсөн тыныслығы - беҙҙең өсөн бик мөһим өҫтөнлөк, тип яҙа Радий Хәбиров.
Читайте нас: