+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 11:35

Форумға әҙерләнеү

Форумға әҙерләнеү маҡсаты менән Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы...

Башҡортостан Республикаһы буйлап мәғлүмәти сығанаҡ.
Форумға әҙерләнеү маҡсаты менән Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы Форумды яҡтыртыуҙа матбуғат баҫмалары, интернет һәм социаль селтәрҙәр аша йәштәрҙе йәлеп итеү эштәрен әүҙем алып бара. Шулай уҡ урындағы муниципаль берәмек уҡыу, юғары һәм урта һөнәри белем биреү йорттарына, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр һәм мәғариф министрлығына хаттар яҙыла.
2020 йылдағы ҡатнашыусылар өсөн төбәк квота 150 кеше. Уларҙың: (Беҙҙең еңеү – 38; Йәшәү өсөн урын - 38; Минең эшем - 37; Фән һәм һанлы инновациялар - 37). Бөгөнгө көнгә барыһы 300 кеше теркәлгән.
Һөҙөмтәлә йәштәрҙең Форумдағы проекттар конкурсы уҙған йыл менән сағыштырмаса: 2019 йылда 1 миллион 940 мең һумға - 8 еңеүсе; 2018 йылда 900 мең һумға – 6 еңеүсе ; 2017 йыл 500 мең һумға - 3 еңеүсе һәм заманса асыш күргәҙмәһенән 150 мең һумға - 1 еңеүсе.
Читайте нас: