+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Июль 2020, 15:18

Батыр уландарын халыҡ данлай

Нуриман районының Иҫке Бүрес ауылында Башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Сәфәров Рәүеф Ислахетдин улының исемен мәңгеләштереү сараһы ойошторолдо.

Нуриман районының Иҫке Бүрес ауылында Башҡорт милли хәрәкәте ағзаһы Сәфәров Рәүеф Ислахетдин улының исемен мәңгеләштереү сараһы ойошторолдо.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова йәмәғәт ойошмаһы тарафынан эшләнгән иҫтәлекле таҡташты асыу тантанаһында:
"Башҡорт Автономияһы төҙөгән шәхестәрҙең исемен йәш быуын да белергә тейеш, шуға күрә урындағы халыҡ йыйылған учреждениеларҙа күргәҙмә материал да булдырыу зарур!" - тине.
Район хакимиәте башлығыАзамат Ризван улы Носратуллин киләсәктә тарихсылар менән бергә осрашыу ойошторорға вәғәҙә итте.
"Билдәле тарихсы Нурислам Ҡалмантаев Сәфәров Рәүеф Ислахетдин улының Башҡортостан республикаһы башында торған шәхес, бөгөн беҙҙең алда уның яҡын нәҫелдәштәрен табырға тейешбеҙ", - тине.

Сарала Ҡыҙыл Яр мәктәбенең 2-се класын тамамлаған Сәмирә Юлдашева ла ҡатнашты. Ул иҫтәлекле таҡтаташҡа сәскә һалды. Беҙ уға "Аҡбуҙат" журналын һәм махсус бүләк тапшырҙыҡ. Ул баҫмабыҙҙы күптән алдыра икән. Ә район хакимиәте башлығы Азамат Ризван улы төбәктә балалар баҫмаһын алдырыусылар һанын арттырырбыҙ, тине.
Читайте нас: