15 июлдә Иглин район үҙәгендә “Ҡатын-ҡыҙ бәхете биләмәһе” асыҡ академияһы үтте. Гүзәл зат өсөн тормошобоҙҙың мөһим тармаҡтарын үҙ эсенә алған төрлө биләмәләр эшләне: һаулыҡ, ғаилә, бала, мөнәсәбәттәр, үҙеңде төрлө яҡлап асыу. Ҡунаҡтарҙы “Музыка биләмәһе” коллективтары ҡаршы алды һәм кәйеф тыуҙырҙы, “Уңышлы ҡатын-ҡыҙ биләмәһе” фотокүргәҙмәһендә өлгө алыр һәм ҡанатланыр өсөн яҡташ ҡатын-ҡыҙҙарҙы күрергә була ине. Район мәҙәниәт һарайы алдындағы майҙанда “Ижади майҙансыҡ биләмәһе” эшләне. Һәр теләгән кеше билдәле шағирҙарҙың шиғырҙарын тыңланы, йәки үҙ шиғырҙары менән сығыш яһаны.