Белорет районында майҙаны 3 гектар ер биләгән урман яныуы теркәлгән. Райондың Түбәнге ауыл янындағы янғындың төп сығанағы һүндерелгән, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Был хәбәр диспетчерҙар хеҙмәтенә көндөҙгө сәғәт 1-се 36 минутта килә. Янғын менән алышҡа 27 берәмек техника һәм 100-ләгән кеше сыға. Улар иҫәбенә үҙ теләге менән ярҙамлашыусылар ҙа инә... Бынан тыш, Үҙән, Тирлән урмансылыҡтарында ла шулай уҡ 3 гектар ерҙә урман янғыны теркәлә. Бишенсе янғын 15.00 сәғәттә Рәүәт ауылы тирәһендәге Көньяҡ Урал ҡурсаулығы биләмәһендә сығыуы асыҡлана.
Республика Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, ут сығыуҙың төп сәбәбе – кеше факторы. Шулай уҡ көндәрең үтә эҫе тороуы, гидрометеорологик мәғлүмәттәре буйынса яуым-төшөм булмауы ла сәбәпсе булырға мөмкин.
Ял итергә сыҡҡанда һаҡ булығыҙ. Шырпы сыҙып усаҡ яғыуҙан ваҡытлыса тыйылып тороғоҙ.