+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2020, 13:50

Кинойәй

Рәсәй Мәҙәниәт, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары "Мәҙәниәт - уҡыусылар өсөн" тигән проект сиктәрендә "Кинойәй" акцияһы иғлан итә.

Был сараға ҡушылып, фильмдар ҡарап, Рәсәй кинематографияһы тарихы, кино сәнғәте эшмәкәрҙәре тураһында беләсәктәр, күргәндәрен анализлап, фекерҙәре менән уртаҡлашырға өйрәнәсәктәр. Владимир Машков, Сергей Жигунов, Нюша, Светлана Хоркина кеүек сәнғәт, мәҙәниәт һәм спорт әһелдәре Рәсәйҙең Алтын фондына ингән, үҙҙәре ҡатнашҡан фильмдар тураһында тәьҫораттары, иҫтәлектәре менән уртаҡлашып, балалар өсөн махсус видеомөрәжәғәттәр яҙҙырған.
roskultproekt.ru сайтында бөтә материалдар тупланған. Акция Бөтә Рәсәй кинорецензиялар конкурсы менән тамамланасаҡ.
Читайте нас: