Балтас районының 90 йыллығына - заманса яңыртылған парк. Ял паркын реконстукциялау эштәре «Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. Ул күп кенә социаль объекттар эргәһендә урынлашҡан. Биләмә балалар һәм спорт майҙансыҡтарын, сквер, йәйәүлеләр һуҡмағын, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү ҡоролмаларын үҙ эсенә алған. Беренсе мәктәп менән үҙәк мәсет араһында урынлашҡан. Уға төрлө яҡлап өс ишектән инергә мөмкин. Балаларҙың йәрәхәтләнеү осраҡтарын иҫкәртеү маҡсатында уйын майҙансыҡтары өсөн махсус материал һатып алынған. Паркты Балтастар үҙҙәренсә хәүефһеҙлек утрауы тип йөрөтә. Сөнки ул автомобилдәр хәрәкәте, көслө тауыш һәм туҙандан ситтә, Әлеге ваҡытта биләмәгә асфальт һалынып, парк тирәләй ағастар ултыртылған. Бер үк ваҡытта төҙөүселәр тротуар плиткаһын һалыу менән мәшғүл.