+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Июль 2020, 15:30

Ҡандракүл тәбиғи парк

30 яңыртылған евроконтейнер ҡуйыла. Һәр береһенең күләме 1,1 куб.метр тәшкил итә.

Эҫе көндәр тороуы айҡанлы күл буйында ял итеүселәрҙең һаны ла күбәйә. Шуға ла ашамлыҡ ҡалдыҡтары, ташландыҡ сүп-сар менән тирә-яҡты бысратыу алама күренешкә әйләнә. Былар барыһы ла тирә-яҡ мөхиткә кире йоғонто яһай. Килеп тыуған мәсьәләләрҙе күҙ уңында тотоп, сүп-сар менән эшләү тәртибенә ҙур үҙгәрештәр индерелә. Шуға ярашлы 15 июлдән тәбиғи парк биләмәһендә сүп-сарҙар һәм ҡаты ҡалдыҡтар өсөн 30 яңыртылған евроконтейнер ҡуйыла. Һәр береһенең күләме 1,1 куб.метр тәшкил итә. Бар яҡлап та уңайлы: тышҡы күренеше үтә ныҡлы материал һәм ҡулайлы асып-ябыла торған ҡапҡастарҙан эшләнгән. Ваҡыты еткәс ватылған сүп һауыттарын яңынан боҙоп-эшкәртеү заводтарына ебәрелә. Ә инде йыйылған сүп-сар ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына оҙатыла.
Тәбиғи парктарҙы, тәбиғәт байлыҡтарын һаҡлау һәм ҡурсалау буйынса эшләнгән эштәр алға ҡуйылған алдынғы мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Милли проект сиктәрендә башҡарылған эштәр Башҡортостан республикаһының тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының ҡуйылған маҡсаттарына тулыһынса тап килә.
Читайте нас: