+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2020, 17:15

Ҡыҫҡартылған эш көнөнә күсеү...

Медицина хеҙмәткәрҙәренә еңелдән түгел

Аномаль эҫе көндәр һәм коронавирус-һуңғы көндәрҙең иң ҡыҙыу темаһы. Ҡояшлы көндәр ял итеүселәр өсөн ҡулай булһа ла, медицина хеҙмәткәрҙәренә еңелдән түгел. Юғары температурала былай ҙа һауа үткәрмәгән ябыҡ комбинезондарҙа эшләүе ауыр. Шуға күрә ҡыҫҡартылған эш көнөнә күсеү тәҡдиме индерелгән.
Эҫелә табиптарға ғына түгел, урамда кешеләргә лә битлектә йөрөү ҡыйын. Оператив кәңәшәмәлә Радий Хәбиров тынысланырға әле иртәрәк, тип белдерҙе. Коронавирус менән бәйле хәл бик ҡатмарлы. Күрше өлкәләрҙә йоғошло сир менән ауырығандар һаны артыуы күҙәтелә.
Бөгөнгө оператив кәңәшәмәлә башҡа һорауҙар менән бергә демография мәсьәләһе лә тикшерелде. Республикала тәүге балаһы донъяға килгән парҙар һаны 10 процентҡа кәмегән. Сабыйҙар күберәк ишле ғаилләрҙә тыуа. Ә бына белгестәр әйтеүенсә, киләһе йылдан килеме йәшәү минимумынан түбән ғаиләләргә һәм тәүге баланы тәрбиәгә алыусыларға икеләтә арттырылған пособие түләнә башлаясаҡ.
Читайте нас: