+4 °С
Болотло
VKЕңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июль 2020, 11:30

Һөт эсергә яратаһыңмы?

Һөт яратһаң, тик һинең өсөн ҡыуаныслы хәбәр...

һөт яратһаң, тик һинең өсөн ҡыуаныслы хәбәр...
2020 йылдың 13 июленә Республиканың ауыл хужалығы һәм шәхси фермер эшҡыуарҙары әҙерләүендә 400 тонна һөт етештерелә Билдәләп үтергә кәрәк, уҙған йыл менән сағыштырғанда, һөт етештереү күләме 21 мең тоннаға артығыраҡ. Уны илебеҙҙең иң алдынғы ун: Саҡмағоштан - 3, Йәрмәкәй, Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Ҡалтасы, Ауырғазы, Учалынан, Туймазы райондарындағы ауыл һәм шәхси һөт етештереү хужалыҡтары тапшыра.
Шулай уҡ ҡайһы бер райондар беренселәрҙән булып ҡышҡы аҙыҡ әҙерләү эштәренә төштө. Улар арыш, борсаҡ һымаҡ үҫентеләрҙе йыйып алды. Йәйҙең ҡоро килеүенә ҡарамай, Хәйбулла районы шәхси эшҡыуары, һарыбаш (рыжик) үләнде юғалтыуһыҙ, хатта килемен арттырып йыйып алды. Үҙенең һаҡлыҡ келәтенә 50 тонналап орлоҡ һалды.
Малдарға ла ҡышҡы аҙыҡ әҙерләү буйынса Республика ауыл хужалыҡтары 1 миллион 9 мең тонна сенаж һалынған. Был әҙерләнәсәк мал аҙығының 67% тәшкил итә. Уҙған йыл ул бары 678 мең тонна булған. Шулай уҡ бесәндең дә 80% әҙер. Үткән йылға ҡарағанда ул икеләтә артығыраҡ сабылған. Бер эре мал башына 14,3 центнер һутлы һәм ҡаты үлән аҙығы тура килә. Әйткәндәй, бесәнде ваҡытынан алда әҙерләгән - 9, ә сенажды - 2 район, үҙ хужалыҡтарын етерлек ҡышҡылыҡ аҙыҡ менән тьәмин иткәндә.
Читайте нас: