+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 12:30

"Күп яҡлы Күперле"

Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен райондары...

13 июлдә "Башҡортостан" милли паркында федераль әһәмиәткә эйә "Куп яҡлы Күперле" экологик маршруты тәҡдим ителде. Был турала Рәсәйҙең тәбиғәт ресурстары һәм экология министры урынбаҫары Елена Панова журналистар менән аралашыуҙа әйтте. Рәсәйҙә, шул иҫәптән Башҡортостанда ла экотуризмды үҫтереү мөмкинлеге киң булыуын билдәләне. Быйыл милли парктарға туристар ағымы элгәре йылдарға ҡарағанда 15 процентҡа артҡан, шуға күрә бындай биләмәләрҙә 30 саҡрымлап тәшкил иткән төрлө туристик маргшруттарҙа бар уңайлыҡтарҙы булдырырға кәрәк. Был булдырыу ҙур әһәмиәткә эйә. Шул уҡ ваҡытта ул үҙенең “Башҡортостан” тәбиғәт паркы менән һоҡланыуын да йәшермәне.
Милли парк Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көньяҡ-көнбайышында Мәләүез, Бөрйән, Күгәрсен райондары сиктәрендә урынлашҡан. Майҙаны — 82,3 мең га майҙандың яҡынса 90%‑ты урман менән ҡапланған. Милли парк буйлап Ағиҙел һәм Нөгөш йылғалары аға. Башҡортостан милли парк сиктәрендә Үтәмеш, Кибез, Ямантау һырттары, Күперлә йылғаһы, карст күпере, Ҡотоҡ төбәге, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Йомағужа һыуһаҡлағысы урынлашҡан.
Читайте нас: