+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 11:10

Иҫке Сибайҙа балалар яңы мәктәптә уҡыясаҡ!

Баймаҡ районының Иҫке Сибай ауылында иҫке мәктәп урынына 375 урынлыҡ яңы бина төҙөлә.

30 йыл хеҙмәт иткән Иҫке Сибай мәктәбе 2019 йылдың ҡышында авария хәленә килгән.
Шуға күрә иҫке мәктәп урынында 375 урынлы яңа бина төҙөлә.
Яңы мәктәп 2021 йылда төҙөлөп бөтөргә тейеш. Башҡортостандың Төҙөлөш буйынса дәүләт комитеты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, дүрт ҡатлы бина иҫке мәктәп урынында төҙөләсәк. яңы мәктәптең майҙаны 8 мең кв.м тәшкил итәсәк. Класс бүлмәләренән тыш, спорт залы, ашхана, саралар үткәреүгә ҙур зал, блок-модулле йылытыу бүлмәһе бар.
Ял итеү зонаһында хәрәкәтле уйындар өсөн өс майҙансыҡ, ял өсөн ике майҙансыҡ урынлашасаҡ. Физкультура-спорт зонаһында ике баскетбол, шулай уҡ волейбол, футбол һәм еңел атлетика майҙансыҡтары урын аласаҡ.
"Мәғариф" милли проекты сиктәрендә мәктәп файҙаланыуға тапшырыласаҡ.
Читайте нас: