+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2020, 19:20

«Алға» махсус иҡтисади биләмәһе

Башҡортостанға «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе менән идара итеүгә өҫтөнлөклө вәкәләттәр бирелде.

Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы сайтында әйтелеүенсә, вәкәләттәрҙең федераль үҙәктән төбәккә тапшырылыуы республика өсөн ҙур мөмкинлектәр аса.

Мәҫәлән, эре инвестор, йә башҡа төбәктәрҙәге сәнәғәт үҙәктәре менән эшләгәндә, республика властары үҙаллы ҡарар ҡабул итә аласаҡ. «Алға» махсус иҡтисади биләмәһе эшмәкәрленә ҙур өмөттәр бағлана. Алдағы 3 йылда унда 20 миллиард һумлыҡ проекттар ғәмәлгә ашырыласаҡ. 1 мең кешегә эш урыны булдырыласаҡ.
Читайте нас: