+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 14:10

Йылға трамвайы һеҙҙе көтә, балалар!

Өфөлә бер нисә йыл үткәндән һуң йылға трамвайы йөрөй башланы. «Мираж» теплоходы бер нисә йыл йөрөмәгән. Ошо ваҡыт эсендә уға капиталь ремонт яһағандар, ҡорамалдарҙы алмаштырғандар һәм бына хәҙер унда «Торатау» конгресс-холынан «Лента» гипермаркетына тиклем һәм кире йүнәлештә йөрөргә мөмкин.


Теплоходта йөрөү ваҡыты — 1 сәғәт. Балаларға һәм пенсионерҙарға — 350 һум, өлкәндәргә — 400 һум. Көнөнә 7 рейс: эш көндәрендә - төшкө 1-се 15 минуттан, ял көндәрендә - көндөҙгө 12-се 15 минуттан. Эш көндәрендә һуңғы рейс - киске 8 тула 15 минутта, ял көндәрендә - киске 8-ҙә.

Теплоход ноябргә тиклем эшләйәсәк.
Читайте нас: