+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 14:25

Фотоконкурс!

“Өсәүҙән сикһеҙлеккә тиклем” исемле фотоконкурс!

“Өсәүҙән сикһеҙлеккә тиклем” исемле фотоконкурс!
Темалар: “Ҙур ғаиләнең күңелле көндәре”, “Бәхетле ғаилә”, “Сикһеҙлеккә юлда”. Был конкурсты “Мәскәү ҡалаһының күп балалы ғаиләләр берләшмәһе” төбәк йәмғиәт ойошмаһы Ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам күрһәтеү фонды менән берлектә уҙғарыласаҡ. “Өсәүҙән сикһеҙлеккә тиклем” исемле фотоконкурс күп балалы, ижади, әүҙем ғаиләләрҙе күрһәтеү маҡсатында ойошторола. Был сара “Күп балалы Рәсәй” исемле бөтә Рәсәй проектын тормошҡа сиктәрендә үтәсәк.
Конкурсҡа заявкалар проектың сайтында ҡабул ителә. Унда өс һәм күберәк балалы ғаиләләр ҡатнаша ала. Фоторәсемдәр репортаж форматында йә алдан әҙерләнгән булырға мөмкин. Конкурста донъяның бар мөйөштәренән дә ҡатнашырға була. Бер автор 20-гә тиклем эш ебәрә ала.
Конкурстың йомғаҡтары буйынса, 15 авгусҡа ҡарай интернетта эштәрҙән торған фотобанк мәғлүмәттәре төҙөргә планлаштырыла. Финалда еңеүселәрҙең эштәренән торған китап баҫтырыу күҙ уңында тотола. Унда шулай уҡ “Владимир Путин һәм күп балалы ғаиләләр” исемле Рәсәй президенты Владимир Путиндың архивынан иң яҡшы рәсемдәр индереләсәк. Еңеүселәрҙең эштәре буйынса күргәҙмә 2020 йылдың ноябрендә Кремль һарайында урынлашасаҡ.
Читайте нас: