+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
13 Июль 2020, 16:35

Еләм, осам лисәпиттә!

Бәлки, мин уйнап йөрөгән урамда ла асфальт һалып юлды матурларҙар?

Соҡор-саҡыр юлдары…
Еләм, осам лисәпиттә –
Ултырып ҡара сабыр!
Ихх, кинәнеп йөрөп булмай
Юлдары соҡор-саҡыр!
“Тулап” китте лисәпитем
Тәгәрмәс сығып осто
Шалтыр-шолтор шылтырап
Юл түбән аҫҡа “сапты”.
Аяҡ-ҡулым һыҙҙырылды,
Уйын кәйефе ҡасты.
Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы аҙналыҡ кәңәшмәлә Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ”Быйыл республикала 1000 саҡрымдан ашыу юлдарҙы төҙөкләндерәбеҙ, эштәр 100-гә яҡын участкала алып барыла. – Һауа торошо ла бындай эштәр башҡарыр өсөн ҡулайлы. Өфө – Иглин – Ҡыҙылъяр – Павловка юлында тиҙҙән япма түшәй башлайҙар. Әбйәлил, Асҡын, Илеш, Ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Стәрлебаш, Тәтешле, Федоровка, Шаран райондарында юлдарҙы әүҙем тәртипкә килтерәбеҙ. Ә бына Стәрлетамаҡтан Салауатҡа илткән автомобиль юлында, Стәрлетамаҡта Хоҙайбирҙин урамында ремонт эштәре тулыһынса тамамланған, ҡабул итеү эштәре бара.
Үәт, рәхмәт, һеҙгә ағайҙар! Бәлки, мин уйнап йөрөгән урамда ла асфальт һалып юлды матурларҙар?
Читайте нас: