Кийәбәк, Вәсил, Оло Килте, Ҡасҡынтурай, Ҙуртуғанай ауылдарында яңы фельдшер-акушер пукттары асылған. Бындай ҙур төҙөлөштәр “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә алып барыла.
Әлеге көндә Ҡалтасыла 4 модулле фельдшер-акушер пункты төҙөлә. Тиҙҙән Күсәш, Яңы Килбәхтин, Үрге Тыхтем, Граф ауылдарында йәшәүселәр оҙаҡламай яңы, иркен һәм яҡты фельшерлыҡ үҙәктәренә мөрәжәғәт итә аласаҡ. Бында өлкәндәргә лә, балаларға ла айырым кабинеттар эшләйәсәк. Улар кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған.
Һәр кем өсөн йәшәгән ерендә фельдшерлыҡ пунктының булыуы бик мөһим. Шуға күрә лә ауыл халҡы республика етәкселегенә һаулыҡ һаҡлау проектын үҫтереүҙә ҙур эштәр алып барыуына рәхмәт уҡый.