+16 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 17:25

ҠЫМЫҘ - файҙалы эсемлек!

Үпкә, тын юлы ауырыуҙарына файҙалы.

Ҡасандыр, Рәсәйҙең бөйөк яҙыусыһы, академик А.П.Чехов оҙаҡ ҡына ауырығандан һуң Башҡортостандың Әлшәй районына ҡымыҙ менән дауаланырға килә. Артабан уны Чехов санаторияһы тип атайҙар. Был файҙалы эсемлектең үпкә, тын юлы ауырыуҙарына файҙалы булыуы иҫбатлана. Шуға ла бында ауырыу балалар өсөн һауыҡтырыу лагеры барлыҡҡа килә. Өлкәндәр өсөн дә айырым урындар билдәләнә. Башҡортостанда урынлашҡан санаторийҙарға юллама бирелә башлай. Белеүебеҙсә, тап ошо эсемлек – ҡымыҙ менән Йоматауҙа ла дауаланалар.
Бына Баймаҡ районы Моҫтай ауылындағы эшҡыуар Фәнис Кәримов та боронғонан килгән ҡымыҙ бешеү серҙәрен белә икән. Был шифалы эсемлек бар технологияларҙы үтәп, боронғо традицияға ярашлы бешелә. Һауынсылар бейәләрҙе тик ҡул менән һауып, милли эсемлекте көбөләрҙә бешәләр. Артабан, “Ирәндек” йәйләүендә етештерелгән был шифалы эсемлектәр Башҡортостан буйлап төрлө һаулыҡты нығытыу, ял йорттарына таратыла. Ә беҙ иһә, ҡымыҙҙы ашамлыҡ менән сауҙа иткән урындарҙа һатып ала алабыҙ.
Ауырымағыҙ, һау-сәләмәт булығыҙ!
Читайте нас: