+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Июль 2020, 12:00

“Спартак”

Туймазы ҡалаһында 3 мең...

Башҡортостанда 5 стадион яңыртып ҡорола

Башҡортостан Башлығы хәбәр итеүенсә, Туймазы ҡалаһында 3 мең урынға иҫәпләнгән “Спартак” стадионы сафҡа инәсәк. Бында резиналы түшәм һалына, тамашасылар өсөн уңайлы ултырғыстар ҡуйыла, яҡтыртыу ҡоролмалары һәм заманса табло урынлаштырыла, тип яҙған Радий Хәбиров. Әле Белоретта “Металлург”, Мәләүездә “Спартак”, Нефтекамала “Торос” һәм Күмертауҙа “Шахтер” стадиондары ла төҙөкләндерелә. “Һәр ҡалала беҙҙең спортсылар ярыштарға ныҡлап әҙерләнә алһын өсөн асыҡ һауала уйнау һәм күнекмәләр үткәреү өсөн яҡшы майҙансыҡтар булырға тейеш”, – тип билдәләгән Республика Башлығы.
Читайте нас: