“Аҡбуҙат”та ҡунаҡта Һарытау өлкәһенең Мәҡсүт ауылы уҡыусылары. Башҡортостандан ситтә йәшәһәләр ҙә һәр бер уҙған сарала әүҙем ҡатнашыусылар. Мәҫәлән, “Башҡорт теле буйынса диктант” акцияһына ҡушылып бөтә ауыл, баланан башлап ололарға саҡлы, дәррәү килеп диктант яҙа. Яуҙа ҡатнашҡан, һуғыш яланында ятып ҡалған яуғирҙарҙы иҫкә алып “Үлемһеҙ полк” акцияһынан да ситтә ҡалмайҙар. Уҡытыусылары Римма Биктимирова балаларҙа тыуған телгә ҡарата һөйөү уятыу, уны онотмай артабан да үҫтереү өҫтөндә бар көсөн, дәртен биреп эшләй. Шуға ла башҡорт теле менән бәйле һәр-бер сара уртаһында улар. “Шәжәрә байрамы”, “Һабантуй”, уҡтан атыу ярыштарынан да ситтә тороп ҡалмайҙар. Етәкселәре менән бергә “Терпеләрҙе һаҡла - ҡулланылған химик элементтарҙы ташлама!” тип аталған акцияла, тирә-яҡты сүптән, ҡалдыҡтарҙан таҙарталар. Өлгөр уҡыусылар, ялдарын юҡҡа сарыф итмәй, “Тыуған яҡты өйрәнеү” буйынса сәйәхәт йөрөргә лә ярата.
Бына шундай эшсән, аҡыллы, тәртипле, илен, тыуған телен яратҡан, уны ихтирам иткән балалар йәшәй Мәҡсүт ауылында.