Температура күтәрелгән һайын, эш көнөн дә ҡыҫҡартырға мөмкин.
Белгестәр эҫелек ваҡытында эш көнөн ҡыҫҡартырға тәҡдим итә.
Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау хеҙмәтенән ошо турала белдерәләр. Санитар-эпидемиологик талаптар буйынса, бина эсендә температура +28 градустан артырға тейеш түгел. Әммә бындай ҡарар ҡабул итеү өсөн комиссия йыйып тейешле үлсәү үткәрергә һәм протокол төҙөргә кәрәклеге белдерҙе.
Синоптиктар хәбәр итеүенсә, республикала йәйге селлә урынлашты. Һауа температураһы көндөҙ +30 градустан юғарыраҡ булыуы көтөлә.