+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 14:45

Ҡыуаныстың сиге юҡ...

Иглин районының Иван-Казанка ауылында ҡулайлаштырылған яңы модулле йыйма фельшер-акушер пункты асылды.

Иглин районының Иван-Казанка ауылында ҡулайлаштырылған яңы модулле йыйма фельшер-акушер пункты асылды. Ул “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса бер ай эсендә төҙөлдө. Айырым ерҙә урынлашҡан бер ҡатлы бина 70 кв.метр майҙан биләй. Пункт эсендә: ауырыуҙарҙы ҡабул итеү, процедуралар эшләй торған, хеҙмәткәрҙәр өсөн, ҡул йыуыу һәм башҡа кәрәк-яраҡ бүлмәләр бүленгән. Шулай уҡ медпунктҡа барған, ишектән инеү юлдары пандус менән заманса ҡулайлаштырылған. Әлеге ваҡытта һыу, ут үткәреү эштәре алып барыла. Ә инде элекке медпункт булған иҫке бинаныны табиптар өсөн торлаҡ итеп төҙөкләндерәсәктәр.
Шул уҡ Иван-Казанка ауылында “Мәғариф” милли проект сиктәрендә тағы ла бер эш башҡарылды. Ул иһә, ауыл мәктәбенең спорт залын, кейенеп-сисенеү, спортҡа ҡағылышлы әйберҙәр бүлмәләрен капиталь ремонтлау. Уҡыу йылы башланғанда балаларҙы яңыртылған, бар яҡлап та уңайлы, спорт кәрәк-яраҡтары менән йыһазландырылған бүлмәләр ҡаршы аласаҡ.
Читайте нас: