+19 °С
Болотло
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июль 2020, 16:10

Солар Системс ярҙамы

Солар Системс компанияһы Башҡортостан республикаһы табиптарына COVID-19 киҙеүенә ҡаршы көрәшеүгә ярҙам күрһәтте.

Солар Системс компанияһы Рәсәй территорияһында ҡояш парктары төҙөү буйынса шөғөлләнә.
Ҡайһы регионда булыуына ҡарап, компания шул ерҙәге медицина үҙәктәренә ярҙам күрһәтә.
Башҡортостан республикаһына Солар Системс FFP3 маркалы 6 мең респиратор бирҙе. Был респираторҙар медиктарға эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙыра, пандемия ваҡытында сәләмәтлекте һаҡлап алып ҡалыуға булышлыҡ итә. Уникаль төҙөлөшө буйынса Cool Flow тын алыу аппараты һөйләшеүҙе еңелләштерә, артыҡ тир бүлеп сығарыуҙан һаҡлай.
Пандемия ваҡытында табиптарҙың эшләү сифатын күтәреү һәм уларҙың һаулығына зыян килтермәү өсөн Солар Системс компанияһы ҙур эш алып бара. Ҡояш электр станцияларын төҙөү ҙә план буйынса эшләнә.
2020 йылдың аҙағына Солар Системс Башҡортостанда 6 генерация объектын сафҡа индерергә планлаштыра. Планға индерелгән инвестиция күләме 6 млрд. һум тәшкил итә. Тимәк, 60 яңы эш урыны буласаҡ!
Солар Системс үҙенең башҡа хеҙмәттәшлек иткән компанияларын да табиптарға ярҙам итергә саҡыра. Бергәләп эшләү, барлыҡ көстө бергә туплау экономик кризисты еңеп сығырға, кеше ғүмерен һаҡлап алып ҡалыуға килтерер, тип өмөтләнә Солар Системс.
Читайте нас: