2020 йылда “Шәжәрә байрамы” конкурсы Асҡын районында уҙғарыласаҡ. Сара сентябрь айына билдәләнгән.
Байрам сиктәрендә әҙерләнгән программала “Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары” на ҡағылышлы ғилми-ғәмәли конференция, шәжәрәләр, халыҡ кәсептәре күргәҙмәһе, балаларҙың һүрәттәр конкурсы һәм “Ғаиләм - минең ҡәлғәм” республика конкурсының Гала-концерты ҡаралған.
Еңеүселәрҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә.
Шулай уҡ байрамға бәйле “Шәжәрә төҙөүселәр” Республика конкурсы ла уҙасаҡ. Был конкурс та йәш айырмаһы юҡ. Үҙ теләген белдергән һәр-бер кеше ҡатнаша ала. Улар өс төркөмгә бүленеп билдәләнәсәк.
Мәктәп уҡыусылары, колледж һәм юғары уҡыу йорто студенттары; Аспиранттар, мәктәп, колледж һәм юғары уҡыу йорто уҡытыусылары; Шәжәрә төҙөргә яратыусылар һәм өлкән быуын кешеләре. Ғаризаларҙы gukrcnt@mail.ru электрон почтаһына «Шежере байрамы 2020» билдәһе менән 2020 йылдың 20 авгусына саҡлы ебәрергә.