+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июль 2020, 20:55

Әсәй, беҙҙең йортобоҙ буласаҡ!

Нефтекама ҡалаһының алданған өлөшсөләре ғаиләләре менән фатир алып ҡыуанды. “Авалон” биҫтәһенең 29-сы йорто файҙаланыуға тапшырылды.

Уны “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте төҙөй башлаған да, төҙөп бөтмәйенсә, ташлап ҡуйған. Биҫтәләге йортто тамамлауҙы “Нефтекамскстройзаказчик” МУП-ы үҙ өҫтөнә алған. 2019 йылдың 15 сентябрендә комплекстың ике йортонда 139 фатир тапшырылды. 29-сы йорт төҙөлөп бөтөү менән тағы 64 ғаилә ҡулына асҡыс аласаҡ. Улар был шатлыҡлы мәлде 2015 йылдан бирле көтә.

Алданған өлөшсөләрҙең проблемаһын хәл итеүгә ҙур көс һалған илебеҙ Башлығы Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт белдерә ҡала етәкселеге. Тиҙҙән сираттағы йорт та файҙаланыуға тапшырыласаҡ.

Читайте нас: