Нимә ул Геопарк? Был асыҡ һауа аҫтында урынлашҡан музей. Уның эсенә: мәмерйәләр, төрлө минералдар, тауҙар, мәмерйә эсендәге диуарҙарҙа һаҡланған һүрәттәр һ.б.
Салауат районында урынлашҡан геопарк үҙ эсенә 20-нән ашыу геологик урын һыйҙырған. Уларҙың 3-һө Бөтә донъя, 10-һы милли һәм 21-е тыуған яҡты өйрәнеү һәм өҫтәмә белем үҫтереү нигеҙенә ҡоролған. Янған-Тау Геопаркында “Ҡыҙыл китап”ҡа ингән төрлө үҫентеләр һәм юғалып барған йәнлектәрҙе осратырға мөмкин.