Республика Башлығы билдәләүенсә, коронавирусҡа бәйле хәлде әлегә яҡшыра тип әйтеп булмай, Башҡортостанда йәйге мәктәп һәм балалар лагерҙары асылмаясаҡ. Юғары әҙерлек режимын йомшартыр өсөн әлегә нигеҙ юҡ. Ҙур предприятиеларҙа инфекция йоҡтороусылар теркәлә, Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров шулай тип белдерҙе.
Республика буйынса Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау идаралығы хәбәр итеүенсә, бөгөнгө көндә Башҡортостанда бер тәүлектә коронавирус менән сирлеләр һаны 48-гә кешегә артҡан. Эпидемия башланғандан алып, 5 мең 686 кешегә COVID-19 диагнозы ҡуйылған.
Үҙегеҙҙе лә, яҡындарығыҙҙы ла һаҡлағыҙ! Бер-берегеҙгә иғтибарлы булығыҙ! Һаҡланыу ҡағиҙәләрен ҡатғи рәүештә үтәгеҙ!