Ҡәҙерле балалар, журналыбыҙҙың дуҫтары! Сер булып ятып ҡалмаһын өсөн, “Аҡбуҙат”ыбыҙ үҙе ишетеп, үҙе күреп белгән яңылыҡтарын һеҙгә лә еткерергә ашыға.
Ишеттегеҙме әле, юҡмы?.. Беренсе космонавт Юрий Алексей улы Гагариндың исемен Башҡортостан ерендә мәңгеләштергән бюст асылды. Ул Дәүләкән районында СССР-ҙың һынаусы-космонавты Урал Солтанов исемендәге халыҡ-ара аэрокосмос мәктәбендә урынлаштырылды. Аэрокосмик мәктәп йыл һайын Рәсәйҙең данлыҡлы геройҙарын: космонавтарҙы, хәрби осоу аппараттарын һынаусыларҙы, штурмандарҙы һәм йыһан белемдәренә ынтылған үҫмерҙәрҙе үҙенә йыя.
Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы менән бергә бәйләнеп үрелгән был сара Дәүләкәндәрҙә ғорурлыҡ тойғолары уятһа, шул уҡ ваҡытта яуаплылыҡ та өҫтәгәндер. Абруйлы мәктәп киләсәктә үҙҙәрен авиация һәм йыһан менән бәйләргә теләгән Рәсәйҙең иң яҡшы уҡыусылары өсөн туғыҙынсы тапҡыр ишектәрен аса.
Әгәр ҙә теләгең булһа, дуҫым, “Ятып ҡалғансы - атып ҡал!” (мәҡәл). Ваҡыт бар әле. Әйҙә, алға, Йыһанға табан!