Бөгөнгә барлыҡ эске биналар ҙа әҙер, тиерлек. Тауышты изоляциялау материалы ҡуйыла. Боҙ йәйеү өсөн урын әҙерләнгән, һыуытыу системаы монтажланған. Өҫтәүенә эргәләге биләмә лә төҙөкләндерелгән: юлдарға асфаль түшәлгән, парковкалау урындары барлыҡҡа килгән, электр үткәрелгән һәм башҡа эштәр атҡарылған. Тиҙҙән ҡоролмалар килтереләсәк. Шуны билдәләп үтергә кәрәк: был объектты “Өфө-Арена” боҙ һарайын төҙөгән ойошма монтажлаған.
– Ишембай районы өсөн был объекттың асылыуы ҙур социаль әһәмиәткә эйә. Бында спортҡа балаларҙы күберәк ылыҡтырыу өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырылған. Был – яңы эш урындарыла: яңы тренерҙарҙы йәлеп итергә уйлайбыҙ, – ти Ишембай районы хакмиәте башлығы Азамат Абдрахманов. – Боҙ һарайында яңы секциялар – хоккей, фигуралы шыуыу – асыласаҡ. Малайҙарыбыҙҙың һәм ҡыҙҙарыбыҙҙың күршеләге Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡалаларына бармиайынса спорт менән шөғөлләнеү мөмкиндеге барлыҡҡа киләсәк. Быға тиклем күптәр фигуралы шыуыу секцияһына – Стәрлетамаҡҡа, хоккей өсөн Салауатҡа йөрөй ине. Тиҙҙән үҙебеҙҙә, Ишембайҙа, балалар, аҙаҡ йәштәр хоккей командаларын туплаясаҡбыҙ.
Был Боҙ һарайы Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа килгән “Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү нормаһы” проекты һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килде.
Фото: Ишембай район хакимиәтенән.