+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июль 2020, 12:20

1 миллиард 300 миллион һум

Ә Ишембайҙарҙа иһә, икеләтә шатлыҡ.

Тыуған илебеҙ, тыуған еребеҙ тағы ла йәмлерәк, күркәмлерәк булып мәҙәни усаҡтарға байыясаҡ.
Киләсәк быуын араһында билдәле, күренекле шәхестәр үҫһен өсөн, Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров һәм Хөкүмәт тарафынан бик күп эштәр башҡарыла. Бына быйыл да, Башҡортостанда, мәҙәниәт өлкәһенә 1 миллиард 300 миллион һумдан ашыу аҡса бүленә. Милли проект буйынса республикала ауыл клубтары төҙөлә һәм ремонтлана, китапхана, сәнғәт һәм музыка мәктәптәре йыһазландырыласаҡ. Ә Ишембайҙарҙа иһә, икеләтә шатлыҡ. Беренсенән, уларҙың үҙ амфитеатры буласаҡ. Мәҙәни үҙәк әле төҙөкләндереү эштәре алып барылған Ленин исемендәге майҙанда урын ала. Шул уҡ ваҡытта боҙ һарайы төҙөү эштәре лә бик ҡыҙыу бара. Уның төҙөлөшө 95 процентҡа тиклем теүәлләнгән дә. Быныһы инде икенсе ҡыуаныс хәбәр. Былар барыһы ла Федераль программа сиктәрендә алып барыла.
Читайте нас: