Йәй көндәре йәмле. Кемдер баҡсаһында, кемдер ауылда өләсәһендә ял итә. Яландарҙа урман еләге бешә. Баҡсала иһә, күҙҙең яуын алырлыҡ сәскәләр араһында, ниндәй генә емеш-еләк юҡ. Иренмә генә, ҡул һуҙып өҙөп кенә өлгөр, үҙҙәре ауыҙға инергә тора. Ә йәшелле-ҡыҙыллы булып түшәлеп ятҡан баҡса еләген, күрегеҙ! Ниндәй һутлы тәмлекәстәр!
Ә шулай ҙа, дуҫтарым, хәтерегеҙҙә тотоғоҙ һәм һаҡ булығыҙ. Был матурлыҡ араһында беҙ күрмәгән, беҙ белмәгән хәүефле ”тоҙаҡтар” бик күптер. Бына шуларҙың береһе – “сысҡан биҙгәге” тип атала. Ҡайҙан һәм ҡасан йоҡторорға мөмкин уны? Кем тарата был ауырыуҙы? Яуабын да уның алыҫтан эҙләргә түгел. Был бик ауыр сир, ә уны таратыусы тап ошо ялан сысҡандары ла инде. Ерҙән еләк сүпләп ашағанда, йыуылмаған симешкене (көнбағыш) сирткәндә, йәиһә саңлы әйберҙәрҙе ҡаҡҡан ваҡытта эләктерергә була уны. Бының өсөн, дуҫтар, ошо ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә генә ҡала. Ҡулығыҙҙы, битегеҙҙе һабынлап йыуып, емеш-еләкте, йәшелсәне лә яҡшылап сайҡатһағыҙ бер ниндәй ауырыу һеҙҙе еңә алмаҫ! Әгәр ҙә тәнегеҙ ҡыҙыулығын, хәлегеҙ насарайыуын тойһағыҙ, тиҙ үҡ ваҡытта табиптарға мөрәжәғәт итергә кәрәк. Был “сысҡан биҙгәге” ахырҙа бөйөр ауырыуына килтереүе ихтимал. Һаҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!