Беҙ Яңы Мораҙым тарлауығында. Барыһы 40 -тан ашыу мәмерйә икән. Ә Иҫке Мораҙым тарлауығында таштарҙа һүрәттәр ҙә һаҡланған. Бер ыңғай Иҙрис мәмерйәһен дә күреп килергә булдыҡ. Халыҡ һөйләүенсә Салауат Юлаев тап ошо мәмерйәлә йәшеренеп ятҡан тиҙәр. Янында ғына Зөләйха шишмәһе аға. Һыуһап киткәс Ҡорғаҙаҡ минераль һыуын да тәмләп ҡарарға булдыҡ. Әйҙәгеҙ, дуҫтар, беҙҙең менән сәйәхәткә рәхим итегеҙ!