+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Июнь 2020, 14:05

Уҡыусылар бушлай ашаясаҡ

Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә I – IV синыф уҡыусылары бушлай туҡлана башлаясаҡ, тип хәбәр ителгәйне инде. Бындай маҡсатҡа Рәсәй Хөкүмәте тарафынан 22 миллиардҡа яҡын аҡса бүленде.

Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Думаһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин тарафынан ҡарарға ҡул ҡуйылған. Ғаиләнең социаль хәленә ҡарамай, барлыҡ башланғыс синыф уҡыусыларына ла бушлай ҡайнар аш биреләсәк. Бындай тәҡдимде Рәсәй Президенты индергәйне, унан Дәүләт Думаһында ҡабул ителде. Туҡланыуға бөтә сығымдар ҙа федераль ҡаҙнанан финансланасаҡ.
Читайте нас: