+16 °С
Ясно
VK
Яңылыҡтар
26 Июня 2020, 07:10

Балаларҙы ҡурсалайыҡ!

Республика мәктәптәрендә балаларҙың «зыянлы» сайттарға инеү мөмкинлеген сикләйҙәр.

2021 йылға тиклем Башҡортостандың барлыҡ мәктәптәрендә контентты фильтрҙан үткәреү системалары барлыҡҡа килә. Улар уҡыусыларҙың зыянлы ресурстарға - наркотиктарҙы, экстремизмды, суицидты пропагандалаған һәм башҡа сайттарға инеү мөмкинлеген сикләй.

Бынан тыш, Роскомнадзор вәкилдәре балаларҙың кеҫә телефондарына һәм өй компьютерҙарына ла ошондай фильтр ҡуйырға тәҡдим итә. Был мәсьәләне ата-әсәләр менән тикшереү күҙаллана.
Читайте нас