Башҡортостанда бәләкәй балаларҙы ағай-апайҙары йөрөгән мәктәптәргә һәм балалар баҡсаларына ҡабул итергә рөхсәт бирҙеләр.
Дәүләт Йыйылышы депутаттары Ғаилә кодексына үҙгәрештәр индерҙе. Элек балаларҙы мәктәптәргә һәм баҡсаларға теркәлгән урыны буйынса ҡабул иттеләр. Әгәр беренсе бала бер баҡсаға барһа һәм аҙаҡтан ғаилә күсенһә, икенсе баланы ошо уҡ баҡсаға ҡабул итмәүҙәре лә мөмкин ине. Мәктәптәр менән дә шундай уҡ хәл. Шул сәбәпле бер туғандар бер-береһән айырым уҡый, ә ата-әсә иртән балаларын төрлө баҡсаға йәки мәктәпкә алып барыу өсөн бөтә ҡаланы урап сығырға мәжбүр.
Хәҙер, республика башлығы Радий Хәбиров законға ҡул ҡуйғас, бәләкәй балаларҙы бер ниндәй ҡыйынлыҡһыҙ өлкәндәре йөрөгән баҡсаға йәки мәктәпкә урынлаштырырға мөмкин буласаҡ.