+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Июнь 2020, 17:15

Балаларға - башҡортса смартфон һәм планшеттар

2019 йылда "БашТой" проекты "Маҡсат" ойошмаһы менән берлектә Башҡортостан Башлығы грантына эйә булды. Был уларға туған телендә өр-яңы уйынсыҡтар булдырырға форсат бирҙе.

Уникаль гаджеттар иң беренсе Сибай ҡалаһының "Ҡурай", "Баҙлауыҡ", "Ҡояшҡай" балалар баҡсаларына бүләк ителде. Уйынсыҡтарҙы Сибай башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Илшат Солтангәрәев һәм "БашТой" проекты етәксеһе Фәнзил Әҙелбаев тапшырҙы.
Читайте нас: