-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
7 Июнь 2020, 01:30

Салауат батыр көндәре

2020 йылда Башҡортостандың милли геройы Салауат Юлаевтың тыуыуына 266 йыл тула. Эпидемиологик хәлгә бәйле, Салауат Юлаев көндәрен онлайн уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул ителде, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән. 12-16 июндә республиканың барлыҡ район-ҡалалары ошо сараға ҡушыла.

Республика Милли музейында видеокәңәшмә режимында «Герой һәм шағир. Салауат Юлаев шәхесенең Башҡортостан тарихындағы роле» тип аталған ғилми-ғәмәли конференция ойошторола.

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры үҙенең ютуб-каналында Заһир Исмәғилевтың «Салауат Юлаев» операһын, ә Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры операға башҡарылған увертюраны күрһәтә.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры архив фондынан Мостай Кәримдең «Салауат. Өн аралаш ете төш» спектаклен (режиссеры — Азат Нәҙерғолов) тәҡдим итә.

Нефтекама дәүләт филармонияһы Салауат Юлаевтың тормошона һәм ижадына бағышланған «Оран» тигән музыкаль-поэтик программа әҙерләгән.

Әмир Абдразаҡов исемендәге «Башҡортостан» киностудияһы урындағы республика телеканалдарында документаль фильмдар күрһәтеүҙе ойоштора. Улар иҫәбендә — «Салауат Юлаев көндәре» (режиссеры — Малик Яҡшымбәтов), «Мин — Салауат» (режиссеры — Г. Шеваров, А. Морозов), «Һынмаҫ рух» (режиссеры — Әмир Абдразаҡов) фильмдары.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле «Ғәскәров мираҫы» концертының яҙмаһы һәм Марат Кәримов ҡуйған «Салауат» бейеүе менән ҡыуандырмаҡсы.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты инстаграмда шиғырҙар конкурсы үткәрә.

Мәҙәниәт өлкәһенең һөнәри белем биреү учреждениелары Салауат Юлаевҡа арналған тематик концерттар, күргәҙмә, шулай уҡ Салауат тураһында йырҙар башҡарыу һәм яугир-шағирҙың шиғырҙары флешмобын ойоштора. Сибай сәнғәт колледжы «Батырҙар иле» һүрәттәр конкурсын уҙғара.

???? БСТ телеканалы милли батырыбыҙға бағышланған фильмдар һәм тапшырыуҙар шәлкеме әҙерләгән.

???? Милли батырыбыҙға арнлаған тапшырыуҙарҙы "Ашҡаҙар" радиоһында ла тыңлағыҙ, алхәбәрҙәрҙе күҙәтеп барығыҙ.
Читайте нас в