«Йәшенмәк» киноальманахы авторҙары – Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы булышлығында Никита Михалковтың Кино академияһын тамамлаусылар. Проекттың художество етәксеһе – Рәсәйҙең халыҡ артисы, кинорежиссёр, сценарист Владимир Хотиненко («72 метра», «Зеркало для героя», «Поп», «Мусульманин»).
«Тәүге киноновелла «Айназ» тип атала. Уның өҫтөндә режиссер Динара Әбдрәшитова эшләй. Фильм Башҡортостанда төшөрөлә», — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына фильмдың продюсеры Алина Шакирова.
Фильмда төшөү өсөн 5-8 йәшлек башҡорт малайы талап ителә. Анкетаны casting.film@inbox.ru почтаһына ебәрергә кәрәк.
ИА" Башинформ", Ләйлә Аралбаева.