+12 °С
Ямғыр
VK
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2020, 17:25

Балаларҙың ялын ойоштороу

Республика хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә балаларҙың йәйге ял лагерҙарын асыу датаһы тураһында хәбәр иттеләр. Мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин әйтеүенсә, уларҙы этаптарға бүлеп асыу графигы булдырылған.

8 июндә шифаханаларҙа (шул иҫәптән балалар шифаханаларында), шифахана-һауыҡтырыу лагерҙарында – йәмғеһе 28 учреждениела һынау саралары үткәрелә башлай. Улар 15 июндән балаларҙы ҡабул итә башлай.

22 июндән ҡалған учреждениеларҙа – ҡаланан ситтә ятҡан, мәктәп эргәһендәге, хеҙмәт һәм ял лагерҙарында әҙерлек эштәре башлана. Улар июль айынан эшләй башлаясаҡ.

Республикала бөтәһе 200 мең самаһы бала йәйге ялын лагерҙарҙа үткәрәсәк.

Бөгөн Башҡортостанда балаларҙың ялын ойоштороу һәм һауыҡтырыу менән шөғөлләнгән ойошмалар реестрында 2157 учреждение иҫәпләнә.

“Беҙ лагерҙарҙы 13 июлдән асырға, тип күҙаллағайныҡ. Республикалағы хәл-торошҡа ҡарап, хәҙер беҙ улар 1 июлдән үк эшләй башлар, тип уйлайбыҙ. Әммә барыһы ла эпидемия шарттарына бәйле. Әгәр ҙә статистика ыңғай яҡҡа үҙгәрмәһә, лагерҙар асылмаясаҡ. 1 июль – планға ҡуйылған шартлы дата. Әгәр республика халҡы коронавирустан һаҡланыу ҡағиҙәләрен үтәһә, ысынлап та лагерҙарҙың да иртәрәк асылыуы бар” – тип өҫтәне төбәк башлығы Радий Хәбиров.

Читайте нас: