Йыл да 12 июндә баш ҡалала оло байрам ойошторола килде. Быйыл иһә пандемияға бәйле Өфө ҡалаһы көнө көҙгөлөккә күсерелә. Бының турала ҡала мэры Өлфәт Мостафин кисәге кәңәшмәлә хәбәр итте.
"Өфө ҡалаһы көнөн Республика көнө менән бергә, 11 октябрҙә үткәрергә, тигән тәҡдим булды. Уны ҡала советына ебәрҙеләр. Яҡын арала депутаттар был мәсьәләне хәл итер", - тине ҡала башлығы.
Әгәр ҙә Ҡала көнө күсерелһә, байрам салюты ла булмаясаҡ.
Әйткәндәй, июнь аҙағында Рәсәй халҡын тағы бер өҫтәмә ял көнө көтә. Владимир Путин 24 июндә Еңеү парады көнөн уҙғарырға тигән указ бирҙе.